ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү; милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу формаларының береһе. Уларҙы ойоштороу традицияһы СССР‑ҙа 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың ижади союздары, театр, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнаша. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы беренсе тапҡыр 1955 й. Мәскәүҙә үтә.

Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре С.‑Петербургта (1964 й. 15— 22 июнендә, 1969 й. 6—10 окт., 2001 й. 3—10 июнендә), Мәскәүҙә (1987 й. 10—12 февр. һәм 1997 й. 19—24 майында); Украина ССР‑ында (1970 й. 16—23 окт. һәм 1978 й. 19— 25 майында), Ҡаҙаҡ ССР‑ында (1976 й. 15—22 окт.); ТАССР‑ҙа (1960 й. 5—13 июнендә һәм 1989 й. 28 майы — 4 июнендә), Яҡут АССР‑ында (1973 й. 20—27 июнендә һәм 1978 й. 19—26 июнендә), Сыуашстанда (1975 й. 25—30 майында һәм 2001 й. 15—17 окт.), Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976 й. 12—24 нояб.), Таулы Алтай авт. округында (1983 й. 31 июле — 6 авг.) һ.б., ш. уҡ Ҡурған, Пермь, Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлк. һәм башҡорт­тар тупланып йәшәгән башҡа төбәктәрҙә (1960 й. алып); Истанбул ҡ. (2006 й. 2—5 июнендә) үткәрелә.

Ә.һ.с.д.һ.к. сиктәрендә спектаклдәр, фильмдар күрһәтелә, әҙәби кисәләр, конференциялар, концерттар һ.б. уҙғарыла. Мәҫ., Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре (1997) ваҡытында РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең (ҡара: Башҡортостан Республикаһы вәкиллектәре) яңы бинаһына презентация үткәрелә; БАДТ‑ның “Башҡорт туйы”, Урыҫ драма театрының “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ” (“Ваша сестра и пленница”; Л.Н.Разумовская пьесаһы б‑са), Сибай башҡорт драма театрының“Ҡоҙаса” (Б.Бикбай), Ҡурсаҡ театрының “Батыр әтәс” (Н.Ғәйетбай) спектаклдәре, БДОБТ‑ның “Дон Кихот” (Л.Ф. Минкус) балеты һәм “Ай тотолған төндә” операһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли симфоник оркестр сығыштары күрһәтелә; “Башҡортостан—1997”, “Башҡорттар: көнкүреш һәм мәҙәниәт”, “Башҡортостан рәссамдары” күргәҙмәләре ойошторола; “Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә саҡыра” (“Башкортостан приглашает к сотрудничеству”), “Башҡортостан һәм Рәсәй: үҙ‑ара мөнәсәбәттәрҙең тарихи тәжрибәһе һәм хәҙерге заман” (“Башкортостан и Россия: исторический опыт взаимоотношений и современность”), “Милли мәҙәниәттәрҙе тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Башҡортостан тәжрибәһе” (“Опыт Башкортостана по возрождению и развитию национальных культур”) фәнни‑ғәмәли конференциялары; Мәскәү һәм Мәскәү өлк. башҡорт­тары ҡоролтайы уҙғарыла, “Башҡортостан” к/ст һәм “Башҡортостан” ДТРК фильмдары һ.б. күрһәтелә. С.‑Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре (2001) сиктәрендә Милли музейҙыңуникаль экспонаттары м‑н “Башҡорт милли кейеме” күргәҙмәһе, “Минең Башҡортостаным” фотокүргәҙмәһе үткәрелә, Урыҫ драма театрының “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”; Ғ.Ғ.Шафиҡов), “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”; А.Н.Островский) һ.б. спектаклдәре, “Башҡортостан” к/ст фильмдары, Башҡорт филармонияһы һәм Сибай филармонияһы концерттары күрһәтелә; Истанбулда Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Башҡорттарҙың матди мәҙәниәте”, “Ҡурай сәскәлеге” күргәҙмәләре, “Минең ерем — Башҡортостан”, Р.И.Килмәмәтовтың “Ҡояш балалары” фотокүргәҙмәләре, Халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт филармонияһы, Башҡорт драма театры артистарының сығыштары, һабантуй һ.б. ойошторола.

Башҡортостанда Татар әҙәбиәте аҙнаһы (1960 й. 25—31 майында); Яҡут әҙәбиәте һәм сәнғәте (1972 й. 10—20 майында),Ҡарағалпаҡ (1977 й. 12—17 июнендә), Ҡаҙаҡ (1977 й. 17— 22 авг.), Украин (1979 й. 24—30 июнендә) әҙәбиәттәре, Сыуаш мәҙәниәте (1982 й. 23— 29 майында), Таулы Алтай әҙәбиәте һәм мәҙәниәте (1982 й. 27—30 сент.), ТАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте (1988 й. 30 майы — 4 июнендә) көндәре һ.б. үткәрелә.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов