ШӘЙХЕТДИНОВ Зәйнулла Ғәйфулла улы (3.9.1936, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Наратйылға а. – 4.7.2001, Өфө), инженер­механик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1975). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй (1960—62 йй. лаб. мөдире). 1965 й. алып ӨДАТУ‑ла: 1969—89 йй. авиация двигателдәре теорияһы каф. мөдире, 1982—86 йй. авиация двигателдәре ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре йылылыҡ двигателдәренең (газ турбиналылары – углеводород, ракеталарҙағы – ҡаты яғыулыҡта эшләй) эш процестары теорияһы һәм уларҙы хисаплау мәсьәләләренә арналған. Ш. тарафынан ҡаты яғыулыҡтағы ракета двигателдәренең тартыу век­торы м‑н идара итеү системалары, авиация двигателдәре базаһында ер өҫтө энергетика ҡулайламалары һ.б. эшләнгән һәм РФ, БР пр‑тиеларында индерелгән. 185‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Образование и выгорание сажи при сжигании углеводородных топлив. М., 1989 (авторҙ.); Технологические теплогазогенераторы для добычи нефти. М., 1991 (авторҙ.); Энергетические системы на базе конвертированных авиационных ГТД для мощных технологических газоразрядных СО2‑лазеров. Уфа, 1997 (авторҙ.).

Ф.Ғ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов