ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ, нәфис әҙәбиәтте, уның асылын һәм спецификаһын, килеп сығышын, йәмғиәттәге функцияһын, тарихи‑әҙәби процесс законлыҡтарын өйрәнгән фән тармағы. 3 төп йүнәлеше бар: әҙәбиәт теорияһы – әҙәби ижадтың төп элементтарының (шиғри тел, әҙәби жанрҙар,шиғыр төҙөлөшөһ.б.) асылын һәм функциональ яҡтан бер‑береһенә бәйләнгәнлеген асыҡлауға, ш. уҡ художестволы алымдарҙы, ағымдарҙы һәм йүнәлештәрҙе билдәләүгә арналған; әҙәбиәт тарихы – донъя әҙәбиәтенең, милли әҙәбиәттәрҙең, яҙыусылар ижадының үҫеш процесын өйрәнә; әҙәби тәнҡит – әҙәбиәттең торошон өйрәнә һәм үткән заман әҙәбиәтенә хәҙ. ижт. һәм художестволы бурыстар күҙлегенән сығып интерпретация бирә. Ярҙамсы дисциплиналарға әҙәбиәт ғилемендәге архив эше, библиография, сығанаҡтар өйрәнеү, палеография, текстология һ.б.инә.18–19 бб. башҡорт Ә.ғ. тыуған яҡты әҙәби өйрәнеү сиктә­рендә үҫешә. Төбәкте өйрәнеүселәр Т.С. Беляев, П.М.Кудряшёв, В.И.Даль, М.И.Иванов, С.Б.Күкләшев, М.М. Биксурин, Р.Г.Игнатьев, М.В.Лоссиевский һ.б. башҡорт ауыҙ‑тел ижады әҫәрҙәрен йыйып, уларҙы художестволы яҡтан интерпретациялай. Башҡорт Ә.ғ. формалашыуына башланғыс һалған тәүге тарихи‑теоретик тикшеренеү булып М.И.Өмөтбаев­тың “Башҡорттар” (1876)очеркы тора, унда башҡорт әҙәбиәтенең ауыҙ‑тел һәм яҙма характерҙа булыуы билдәләнә, жанр составын анализлауға ынтылыш яһала һ.б.“Аҫар”(1900–08) китабы серияларында Р.Ф.Фәхретдинов Урал‑Волга буйы шағирҙары ижадын ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәттәре м‑н бәйләнештә ҡарай. Башҡорт әҙәбиәтен системалы өйрәнеү революциянан (1917) һуң башлана. 20‑се йй. тәнҡит библиографик характерҙа була һәм башлыса халыҡ араһында художестволы әҫәрҙәрҙе пропагандалау м‑н шөғөлләнә; уның төп жанрҙары аннотация, әҙәби рецензия була. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә әҙәби процестың милли матбуғат, әҙәби тел үҫешенең практик мәсьәләләре м‑н бәйле көнүҙәк проблемалары б‑са яҙыусылар М.А.Буранғолов, М.Ғафури, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, И.Насыри, Д.Юлтый һ.б. сығыш яһай. “Яңы юл” (ҡара: “Ағиҙел”), “Белем” ж. ойошторолоуы әҙәби фекерҙең нығыныуына булышлыҡ итә. 30‑сы йй. башлап Ә.ғ. өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты була. Ә.ғ. формалашыуына Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы һәм уның нигеҙендә булдырылған БАССР Яҙыусылар союзы, яҙыусылар съездары һәм конференциялары булышлыҡ итә. Әҙәбиәттең соц. асылы, уның идеяһы, синфи йүнәлеше, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең методологияһы б‑са хеҙмәттәр нәшер ителә (Ә.Вәли,Х.Наум, Ә.Чаныш, Ш.Шәһәр һ.б.). Ғ.Амантайҙың әҙәбиәтте милли идентификациялауҙың критерийҙары эшләнгән “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары” (1934) мәҡәләһе әҙәбиәт тарихы өсөн әһәмиәтле була. Әҙәбиәт белгестәре (М.Хәй, Ғ.Әмири, А.Ғ.Ҡудашев һ.б.) шиғри оҫталыҡ һәм образлылыҡ, художестволы форма һәм жанр­ҙар мәсьәләләрен өйрәнә. Б.Бикбай, М.Ғафури, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби,А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. яҙыусыларҙың ижадтары б‑са тикшеренеүҙәр, библиографик характерҙағы айырым баҫмалар донъя күрә. Ә.И. Харисовтың“Әҙәбиәт теорияһы” (1944) китабында төп теоретик билдәләмәләр дөйөмләштерелә. 40‑сы йй. аҙ. – 50‑се йй. башында әҙәбиәткә идея‑эстетик яҡтан баһа биргән тикшеренеүҙәр барлыҡҡа килә (Харисов, К.Мәргән һ.б.). 50–80‑се йй. милли Ә.ғ. һәм әҙәби тәнҡиттең үҫешендә яңы этап күҙәтелә. Төп иғтибар башҡорт әҙәбиәте тарихын ентекле өйрәнеүгә бүленә, уның һөҙөмтәһе булып “Башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеш мәсьәләләре” (1957), “История башкирской советской литературы” (“Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы”; 1–2 бүлектәр; 1963–1966) коллектив хеҙмәттәре һ.б. тора. Харисовтың “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы (18–19 быуаттар)” [1965; урыҫса тәржемәһе “Литературное наследие башкирского народа (18–19 вв.)”, 1973] монографияһының сығыуы революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәтен баһалауҙы ҡырҡа үҙгәртә. Проза (Р.Н. Байымов, Ә.Х.Вәхитов, С.Ғ.Сафуанов, Р.Ҡ.Әмиров), драматургия (М.Ф. Ғәйнуллин, Ғ.Й.Рамаҙанов, Т.Ә.Кил­мөхәмәтов, Р.Б.Әхмәҙиев), шиғриәт (Р.Т.Бикбаев, Ғ.Б.Хөсәйенов, Ә.Х. Хәбиров, В.И.Әхмәҙиев, К.Ә.Әхмәтйәнов) теорияһы өлкәһендә хеҙмәттәр донъя күрә. Башҡорт әҙәбиәтенең милләт‑ара бәйләнештәренә М.Ғ.Рәхимҡолов, Сафуанов тикшеренеүҙәре арналған. 20 б. аҙ. – 21 б. башы Ә.ғ. башҡорт әҙәбиәте тарихы, айырым төрҙәре һәм жанрҙары б‑са дөйөмләштереүсе теоретик хеҙмәттәр күренеүе, поэтиканың үҫеше м‑н характерлана (Ә.Х.Вилданов, М.Х. Иҙелбаев, Ғ.С.Ҡунафин, З.Ә.Нурғәлин, М.Х.Нәҙерғолов, Хөсәйенов, Р.Шәкүр, З.Я.Шәрипова һ.б.). Башҡорт һәм көнсығыш әҙәбиәттәренең үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен өйрәнеүгә Байымов, Хөсәйенов һ.б. башҡорт тикшеренеүселәренең хеҙмәттәре арналған. Мәктәп һәм вуздар өсөн хрестоматиялар, антологиялар һәм дәреслектәр баҫыла: “Башҡорт поэзияһы антологияһы” (1971), “Башҡорт әҙәбиәте. 20 быуат башы” (2 китапта, 1983–1984), “Балалар әҙәбиәте антологияһы” (2 китапта, 1986–1987), “Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (2001), “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 13–19 бб.” (2 томда, 1999–2007) һ.б. Айырыуса әһәмиәтле әҙәби факттар һәм күренештәр системалаштырылған, башҡорт әҙәбиәтенең тарихи үҫешендәге дөйөм законлыҡтар асыҡланған “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990–96; “История башкирской литературы”; төҙәтелгән, урыҫ телендә 3 томда: 1‑се том – 2009–...) коллектив хеҙмәте баҫылып сыға. Милли әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр дауам итә, “Совет осоронан һуңғы башҡорт әҙәбиәте” коллектив темаһы тикшерелә. Ә.ғ. тикшеренеүҙәре ТТӘИ‑лә, БДУ‑ла, БДПУ‑ла һ.б. туплана. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре респ. матбуғаты биттәрендә (“Ағиҙел”, “Бельские просторы”, “Ватандаш” һ.б. журналдар) баҫыла.

Әҙәб.: Ш ә р и п о в а З.Я. Башҡорт әҙәби фекере. Өфө, 2008; История башкирской советской литературы. М., 1977; Х у с а и н о в Г.Б. Литература и наука: избр. тр. Уфа, 1998.

Ғ.Б.Хөсәйенов, З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов