ШӘЙХЕТДИНОВ Ғимай Фәсхетдин улы [21.6.1913, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 6.9.1952, шунда уҡ], артиллерист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1943). Иглин урман хужалығында эшләй, Башосоавиахимдың Нуриман район ком‑ты рәйесе. 1935—37 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. ғин. башлап 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия армияһының 41‑се гвардия уҡсылар див. 89‑сы гвардия артиллерия полкының батарея ком. гвардия лейтенанты Ш. 1944 й. 17 февр. Украина ССР‑ының Журжинцы а. тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Нуриман р‑нында эшләй: Башосоавиахимдың район ком‑ты рәйесе, 1950 й. Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы мөдире. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе лә — 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ш. исеме м‑н урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин