ӘҘӘБИ УДАР”, гәзит. Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы органы, 1932 й. майынан БАССР Яҙыусылар союзының ойоштороу ком‑ты органы. 1931 й. апр. алып 1933й.ғин.тиклемӨфөлә10көнгә 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Гәзит биттәрендә СССР‑ҙа һәм респ. әҙәби хәрәкәттең маҡсат һәм бурыстары, төрлө пр‑тиелар базаһында эшләгән әҙәби түңәрәктәрҙең эшмәкәрлеге, пролетар әҙәбиәт һәм сәнғәтте пропагандалау б‑са мәҙәни учреждениеларҙың, яҙыусыларҙың эше яҡтыртыла; әҙәби түңәрәктәр өсөн Башҡ‑н пролетар яҙыусылар ассоциацияһының методик программалары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, художестволы әҫәрҙәр, ш. уҡ фельетондар, эпиграммалар, пролетар әҙәбиәт өсөн барған көрәш барышы т‑да очерктар баҫыла. Рубрикалары: “Әҙәби уҡыу бүлеге”, “Әҙәби консультациялар”, “Яҙыусылар трибунаһы” һ.б. Гәзиттең редакция коллегияһында Ғ.В.Ғөзәйеров, Б.Ишемғол, С.Кулибай, М.Марат, А.М.Таһиров, Ш.Шәһәр, Д.Юлтый һ.б. эшләй.

З.З.Хәсәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов