ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ Зәйнулла Ғүмәр улы [2.1.1938, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) Татар Үреше а.], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1998). Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары Г.А.Зырин, Р.У.Ишбулатов). 1970–90 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Ш. ижадында Башҡортостандың лирик пейзаждары ҙур урын биләй: “Өс ағас” (1979), “Ҡояш” (1994), “Көҙ” (1999). Иҫке Өфөнөң архитектураһын сағылдырған пейзаждары һағышлы романтика м‑н һуғарылған: “Ҡала сите” (1971), “Иҫке Өфө” (1978), “Иҫке сиркәү” (1993), “Йәмиғ мәсете” (1997). “Хризантемалар”, “Ромашкалар” (икеһе лә – 1988), “Астралар” (2000) кеүек ябай мотив­лы сағыу натюрморттар, ш. уҡ фәлс.‑мистик йөкмәткеле “Быуаттар”, “Әруахтар тауы” (икеһе лә – 1997), “Алыҫ үткәндә” (1999) һ.б. эштәр авторы. 1980 йй. уның ижади алымында актив декоратив төҫтәрҙән ҡатмарлы колористик гаммаға күсеү күҙәтелә. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 2001, 2002, 2013), Нефтекама, Бәләбәй, Ҡазан (бөтәһе лә – 2007) ҡалалары. Эштәре БДХМ, “Academia”, “Урал” (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), “Алтын Урҙа” (Ҡазан) галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова