“БАШКИРДОРТРАНСПРОЕКТ” республика автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролмалары проект‑тикшеренеү институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1931 й. “Башдортранс” берекмәһенең проект‑тикшеренеү секторы булараҡ ойошторола, 1934 й. алып “Башпроектдор” автомобиль һәм ылау юлдары, уларҙа яһалма ҡоролмалар проектлау һәм эҙләнеү дәүләт контораһы, 1960 й. БАССР Автомобиль юлдарын төҙөү һәм ремонтлау идаралығының хужалыҡ иҫәбендәге проект‑смета төркөмөнә (1969 й. башлап — бюро) үҙгәртеп ҡорола, 1978 й. алып “Башкиравтодор” проект‑ремонт төҙөлөш ойошмаһының проект контораһы, 1993 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: топографик‑геодезик һәм инженер‑геол. тикшеренеүҙәр үткәреү, ерҙәрҙе барлау, төҙөлөштө, автомобиль юлдарын, күперҙәрҙе һәм юл үткәргестәрҙе, биналарҙы, юл һәм автотранспорт хеҙмәттәре ҡоролмаларын проектлау, үҙгәртеп ҡороу һәм йүнәтеү. Институт составында 6 бүлек, 9 производство төркөмө. 2010 й. 113 хеҙм‑р эшләгән. Институт проекттары б‑са Стәрлетамаҡ—Белорет—Магнитогорск, Белорет—Ҡағы—Иҫке Собханғол, Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе, Уҫманғәле—Исҡушты—Мулдаҡай, Мәсәғүт—Әшит автомобиль юлдары үҙгәртеп ҡорола; Инйәр, Эҫем, Әй йй. аша күперҙәр, Өфөлә юл үткәргестәр һ.б. төҙөлә.

Дир.: Д.С.Полькин (1960 й. алып), Л.А.Червяков (1972 й. алып), Э.Ғ.Мөхәмәҙиев (1974 й. алып), Ю.Н.Савенко (2000 й. алып).

Ю.Н.Савенко

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика