ШӘЙНУРОВ Фәрит Вәлинур улы (1.5.1934, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Иҫке Илек а. — 12.9.1987, Өфө), спортсы. Мо­тоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1975). “Башавтомотоклуб” тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.Г.Устьянцев). 500 см3 класында спидвей һәм боҙ­ҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР‑ҙың тәүге чемпионы. Спидвей б‑са шәхси ярыштарҙа СССР (1959, 1966) һәм РСФСР (1966) чемп., СССР (1960) һәм РСФСР (1965) чемпионаттарының көмөш призёры, СССР (1961, 1967) һәм РСФСР (1961—62) чемпионаттарының бронза призёры, “Чехословакияның алтын шлемы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1965), команда ярыштарында СССР (1962, 1964, 1967—69), Хәрби‑техник спорт төрҙәре б‑са Бөтә Рәсәй спартакиадаһы (1965) чемп., до­нъя чемпионаттарының көмөш (1966) һәм бронза (1967) призёры; боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР чемп. (1960, 1963), РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1959, 1961), СССР чемпионаттарының бронза призёры (1961—62, 1966). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1959—69). 1984—87 йй. мотоспорт б‑са ДОСААФ‑тың Башҡорт өлкә ком‑ты һәм спидвей б‑са СССР йыйылма командаһы тренеры.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.А.Миһранова