ӘҘӘБИ ТЕЛ, башҡорт теленең тарихи яҡтан ойошҡан ҡулланылыш формаһы, уға нығынған яҙыу, диалекттан өҫтөн булыу, нормаға һалыныу һ.б. хас.

Башҡорт Ә.т. тарихы билдәле тарихи осорҙа һәм телдәрҙең ҡулланылыу шарттарында системаның үҙ аллы үҫеше процесы булып тора. Башҡорт Ә.т. тарихында милләткә тиклемге (13 б. – 19 б. 2‑се ярт.) һәм милли (19 б. аҙ. алып) этаптар айырыла. Башҡорттарҙың халыҡ булып формалашҡан милләткә тиклемге осорҙа яҙма Ә.т. сифатында Урал‑Волга төрки теле ҡулланыла, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң унда ҡыпсаҡ телдәренә хас билдәләр, ш. уҡ урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр арта. 17—18 бб. төрки теленең башҡорт дөйөм халыҡ теле диалекттары (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары) һәм фольклор теле м‑н яҡынайыу тенденцияһы күҙәтелә, был айырыуса шәжәрә һәм тәуарих телдәрендә сағылыш ала. 19 б. тәүге тапҡыр башҡорттарҙыңһөйләү теле өлгөләре нәшер ителә (М.М.Биксурин, М.И.Иванов, Н.И.Ильминский, С.Б.Күкләшев һ.б. хеҙмәттәре); төрки теленең функциональ төрҙәре формалаша. Ә.т. демократлашыуына Аҡмулла һәм М.И.Өмөтбаев ижады ҙур йоғонто яһай.

19 б. аҙ. алып башҡорт милләте формалаша башлай; был осорҙа кириллица нигеҙендә (ҡара: Башҡорт яҙыуы) башҡорт алфавитын төҙөүгә ынтылыш яһала. Октябрь революцияһынан һуң Ә.т. лексик, фонетик, морфологик һәм синтаксик кимәлдәрҙә интенсив үҙгәрештәр кисерә; телдәге үҙгәрештәр башлыса киң таралған көнсығыш диалект һәм көньяҡ диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнә. Лексикаһында ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һаны кәмей; төп башҡорт һүҙҙәре һәм фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) әүҙем ҡулланыла башлай; һүҙьяһалыш юлы м‑н (башлыса калькаларҙы аффиксациялау) һүҙлек составын тулыландырыу тормошҡа ашырыла. Морфологияһында һүҙ төркөмдәренең функциональ‑семантик сиктәре киңәйә; килеш формаларының үҙгәреүе күҙәтелә (‑а — ‑ға, ‑ҡа; ‑дын — ‑дан, ‑тан; ‑ыйа — ‑ына; ‑ыны — ‑ын; ‑идә — ‑ында һ.б.); махсус аффикстар (‑дай, ‑лай, ‑лата, ‑ын, ‑са һ.б.) һәм килеш формалары базаһында яңы рәүештәр яһала; бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләр яңыра. Ҡылым системаһында сифат ҡылым һәм ‑мыш формаһындағы хәбәр һөйкәлеше, ‑ғыл һәм ‑ын формаһындағы бойороҡ һөйкәлеше, ‑маҡ формаһындағы исем ҡылым һ.б. ҡулланылыштан сыға; ҡылымдың ‑ды формаһындағы үткән заманы киң ҡулланыла; семан­тик үҙгәрештәр күҙәтелә: ‑ыр формаһы хәҙ. заман урынына киләсәк заман күрһәткесе булып китә һ.б. Синтаксисында ‑лы аффикслы шартлы сифаттан йәки ‑ған аффикслы сифат ҡылымдан һәм исемдән торған һүҙбәйләнештәр киң таралыу ала; ҡылым хәбәр, ш. уҡ эйәһеҙ, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һәм теркәүесле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе ҡулланыу әүҙемләшә. 20—30 йй. хәҙ. Ә.т. нормалары булдырыла; уның орфографияһы эшләнә; йәмғиәттә Ә.т. (ҡара: Тел өлкәһендәге сәйәсәт) ҡулланыу сфераһы киңәйә. 40—50 йй. Ә.т. кодификация­лана, төп функциональ стилдәре һәм терминологияһы формалаша; артабан Ә.т. стабилләшеүе һәм уның башҡа телдәр м‑н (ҡара: Тел‑ара бәйләнештәр) үҙ‑ара йоғонтоһо көсәйеүе күҙә­телә. Ә.т. үҫеше әлифбалар, һүҙлектәр, дәреслектәр төҙөү м‑н бергә бара һәм башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрендә, киң мәғлүмәт сараларында сағыла; Ә.т. формалашыуына тел белгестәре хеҙмәте ҙур өлөш индерә (ҡара: Башҡорт тел ғилеме).

Әҙәб.: Очерки истории башкирского литературного языка. М., 1989; Г а л я у т д и н о в И.Г. Два века башкирского литературного языка. Уфа, 2000.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов