ШӘЙМӘРҘӘНОВ Фәрәғәт Әхмәт улы [24.2.1929, ТАССР‑ҙың Бөгөлмә кантоны Чалпы а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) — 25.8.2008, Өфө], инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982), РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1986). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) 210‑сы почта йәшнигенең Дәүләт союз з‑дында эшләй (Өфө). 1956—72 йй. Өфө “Молния” агрегат КБ‑нда төп конструктор, бер үк ваҡытта 1967—98 йй. ӨДАТУ‑ла: 1972—98 йй. авиация приборҙары эшләү каф. мөдире һәм 1977—96 йй. – авиация приборҙары эшләү ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге авиация двигателдәренең контроль, диагностика һәм идара итеү системалары өсөн үлсәү‑хисаплау комплекстары төҙөүгә бәйле. Ш. тарафынан авиация датчиктарынан сигналдарҙы индереү өсөн тиҙ эшләгән һәм ҡамасауҙарға тотороҡло ҡоролмалар, газдарҙың сик т‑раһының электрон көйләгестәре, газ турбиналы двигателдәр м‑н идара итеүҙең цифр системаһы һ.б. уйлап табылған. Асыштары граждандар һәм хәрби авиацияға индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 80 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Синтез многосвязных автоматических систем методом порядкового отображения. М., 1983 (авторҙ.); Системы автоматического управления ЛА и их силовыми установками. М., 1991 (авторҙ.).

А.И.Фрид

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов