ШӘЙМӨХӘМӘТОВА Людмила Николаевна (12.11.1951, Свердловск ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск, 1976) Свердловск пед. ин‑тында эшләй. 1978—2015 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап үҙе ойошторған муз. семантика лаб. мөдире, 2007 й. алып “Проблемы музыкальной науки” ж. баш мөхәррире. Фәнни эшмәкәрлеге муз. шиғриәткә һәм семантикаға, музыка тексына аңлатма биреү проблемаһына, инновациялы педагогикаға арналған. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. музыка мәктәптәре, уч‑щелары һәм вуздары өсөн дәреслектәр, уҡытыу‑методик әсбаптар һәм инновациялы программалар, авторы.

Хеҙм.: Мигрирующая интонационная формула и семантический контекст музыкальной темы. М., 1999; Башкирская музыкальная литература. Уфа, 2005.

Әҙәб.: Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова. Уфа, 2008.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова