ӘҘӘБИ РЕЦЕНЗИЯ, әҙәби тәнҡит жанры, художестволы әҫәргә баһа биреү, тәнҡитле тикшереү һәм баһалау.Ә.р. китапты библиографик яҡтан тасуирлай, эстәлеге, композицияһы, күтәрелгән проблемалары, ҡулланылған материал т‑да бер ни тиклем мәғлүмәт бирә; китаптың әҙәби процеста тотҡан роле һәм урыны, ш. уҡ осорҙоң башҡа әҫәрҙәре м‑н бәйләнеше бил­дәләнә, бер үк ваҡытта әҙәби үҫештең ошо осорға хас булған үҙенсәлектәре һәм тенденциялары анализлана. Башҡорт әҙәбиәт ғилемендәтәүге Ә.р. “Шура” фәнни‑публицистик журна­лында баҫыла. Р.Ф.Фәхретдиновтың “Йыуаныс” исемле ҡулъяҙма китабында Урал‑Волга буйындағы 34 шағирҙың әҫәренә Ә.р. бирелә. 20 б. 2‑се ярт. был жанрҙа Р.Н.Байымов, Р.Т.Бикбаев, Ә.Х.Вәхитов, К.Мәргән, Ә.И.Харисов, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. эшләй. “Ағиҙел”, “Ватандаш” ж., “Башҡортостан” гәз. Ә.р. өсөн махсус бүлектәр бирелә. Хәҙ. тәнҡиттә жанр проблемалы мәҡәләләр һәм эссе, ҡыҫҡа гәзит күҙәтеүҙәре м‑н икенсе планға ҡыҫырыҡлап сығарылһа ла, йәшәүен дауам итә.

З.А.Әлибаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов