ШӘЙЕХ‑ӘЛИ (Тынышпаев) Дәүләт Мөхәмәтйән улы (10.2.1931, Алма‑Ата), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1998). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р, 1964 й. алып ҡатлам нефттәрен тикшереү лаб. етәксеһе, 1970 й. башлап промысла геологияһы бүлегенең ҡатлам нефттәре һәм газы лаб., 1983 й. — ҡатламдың һәм ҡатлам флюидтарының коллектор үҙенсәлектәре б‑са ғилми‑тикшеренеү бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. алып ҡатлам нефттәрен һәм эйәрсен газ ресурстарын тикшереү лаб. мөдире, 2002 й. башлап ятҡылыҡтар үҙләштереү бүлегенең ҡатлам, ер өҫтө нефттәрен һәм газдарын физик‑химик тикшереү төркөмө етәксеһе. 2003 й. алып ИПТЭР‑ҙың баш ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта БДУ‑ла, 2005—16 йй. Ҡаҙағстан–Британия техник ун‑тында (Алма‑Ата) уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефттең физик һәм химик үҙенсәлектәрен тикшереүгә бәйле. Ш.‑Ә. тарафынан һыу ебәреү ысулы м‑н ҡатламда баҫымды тотоу ваҡытында Арлан нефть ятҡылығында, Туймазы нефть ятҡылығында һ.б. ҡатлам нефтенең үҙенсәлектәре үҙгәреүе асыҡлана; портатив терегөмөшһөҙ ҡулайлама эшләнә һәм индерелә (“УПН­БашНИПИнефть”).150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Изменение свойств пластовой нефти и газового фактора в процессе эксплуатации нефтяных месторождений. Уфа, 2001; Мухамеджан Тынышпаев. Вос­поминания, документы, фотографии. Алма‑Ата, 2017 (авторҙ.).

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов