ШӘЙҘУЛЛИН Марат Ғәвис улы [15.1.1931, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны, Ҡыҙыл Байраҡ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 16.4.2007, БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский а.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1979), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) “Башнефть” АНК Краснохолмский быраулау эштәре идаралығында эшләй: быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы, бырау­лау мастеры, 1956 й. алып инженер, 1957 й. — быраулау участкаһы нач., 1962 й. — баш инженер, 1969 й. башлап “Башвос­токнефтеразведка” тресының Ҡалтасы быраулау контораһы дир., 1970—95 йй. идаралыҡ начальнигы. Ш. етәкс. респ. төньяғында 34 нефть ятҡылығы асылған һәм быраулау ойошторолған, скважиналарҙы быраулауҙың яңы техникаһы һәм технологиялары, ш. иҫ. индустриаль‑комплекслы ысул, тиҙләтелгән турбиналы быраулау һ.б., индерелгән. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. А.Н.Күсеев