ШӘЙҘУЛЛИН Айҙар Мирсәйет улы (21.1.1977, Өфө), балет артисы. РФ‑тың атҡ. артисы (2006). Өфө хореография уч‑щеһын (1995; педагогы Ш.Ә.Тереғолов), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. (Мәскәү, 2005) тамамлаған. 1991 й. алып БДОБТ артисы, 1995 й. — балет солисы, 1996—97 йй. Силәбе опера һәм балет театрының, 1998 й. башлап “Кремль балеты” театрының балет солисы, 2013 й. алып “Глобэкс промоушен” ЯСЙ‑ның, бер үк ваҡытта 2017 й. башлап “Русконцерт продакшен” ЯСЙ‑ның (бөтәһе лә — Мәскәү) ген. директоры. Киң диапазонлы бейеү хәрәкәттәренә, драматик кәүҙәләнеш алыу һәләтенә эйә булған төрлө пландағы бейеүсе. Ш. башҡарыу сәнғәте нәфислек һәм ҡыйыулыҡ, сағыу темперамент һәм еңел һығылмалылыҡ бәйләнеше, муз. тәьҫирлелеге м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; дебют, 1995), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”), Принц (“Щелкунчик”; бөтәһе лә — П.И.Чайковский), Аль­берт (“Жизель”, А.Адан), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус) һ.б. Концерт репертуарында Адан, Л.Готшалк, Чайков­ский, Ф.Шопен музыкаһына хореографик миниатюралар бар. Рәсәйҙең Ҙур театры (Мәскәү), Мариин театры (С.‑Петербург), Берлин һәм Рим опера театрҙары, Елисей яланы театры (Париж) һ.б. сәхнәләрҙә бейей. РФ‑тың халыҡ артисы Н.Г.Ба­лахничёва, РФ‑тың атҡ. артисы Ж.В.Богородицкая һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Германия, Испа­ния, Ҡытай, Мексика, Франция һ.б.) гастролдәрҙә була.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова