ӘҘЕҺӘМОВ Мөхәмәтдин Камалетдин улы [5.7.1892, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. А.К.Әҙеһәмовтыңағаһы. Көңгөр техник уч‑щеһын тамамлаған (1913). 1913—16 йй. Орск өйәҙ земство башҡармаһында страховкалау агенты булып эшләй. 1913 й. һәм 1916—17 йй. рус армияһында. Ҡазан хәрби округында (ҡара: Хәрби округтар) 129‑сы пехота полкында хеҙмәт итә. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыусы. 1918 й. сент. — 1919 й. февр. Башҡорт хөкүмәтенең страховкалау бүлеге, типография мөдире, рәйестең шәхси секретары. 1919 й. майынан Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының Вәкилдәр советы секретары. Авг. алып Башҡорт респ. Эшсе‑крәҫтиән инспекцияһы ХК‑нда эшләй, 1922 й. июленән инспекцияның халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта нояб. башлап БАССР ХКС‑ы ҡарамағындағы Арбитраж комиссияһы рәйесе һәм БАССР ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары.1923—25 йй.БАССР‑ҙың соц. тәьминәте халыҡ комиссары. 1925—37 йй. БАССР‑ҙың Үҙәк ер комиссияһы рәйесе, Белорет металлургия з‑ды дир. урынбаҫары. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: И р г а л и н Г.Д. Братья Адигамовы //Трудный путь к правде. Өфө, 1997.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин