ӘҘЕҺӘМОВ Илдус Әнәс улы (18.6. 1951, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Абзай а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Филос. ф. канд. (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) БДПИ‑ла эшләй (1989 й. алып социология һәм политология каф. мөдире). 1994 й. башлап БР Президенты Хакимиәтенең дәүләт‑хоҡуҡ идараһы нач., 1998 й. алып БР‑ҙың Дәүләт секретары, 2000—09 йй. БР Конституция суды рәйесе. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2‑се саҡырылыш депутаты.

Н.Б.Сәлимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев