ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы (1.2.1935, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Мөслим а. — 20.2.2010, Силәбе ҡ.), шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). 1959—95 йй. “Мечел” мәҙәниәт һәм техника һарайының (Силәбе) “Айгөл” татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы етәксеһе. “Асыҡтан‑асыҡ һөйләшеү” (“Откро­венно говоря”) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1973 й. сыға. “Һин ултыртҡан муйыл” (1979; башҡорт телендә 1985), “Биҙәктәр” (1989), “Күлдәр иле” (1994) һ.б. китаптарына ингән шиғырҙары эскерһеҙлеге һәм музыкаллеге м‑н айырыла. Балалар өсөн яҙылған “Йәнлектәрҙең бишек йырҙары” (1993), “Йәнлектәр донъяһында” (2004) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Уның шиғырҙарына З.Ғ.Исмәғилев, А.Р.Хәлфетдинов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. 1962—2007 йй. Аҡмулла ис. Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла ис. (2002), Ҡ.Даян ис. (2005) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Исемһеҙ йондоҙҙар: шиғырҙар. Өфө, 1981; Йылдарым һәм юлдарым: шиғырҙар. Өфө, 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов