ӘҘЕЛШИНА Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (18.1.1933, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Үрге Ләмәз а. — 13.7.2014, Сибай ҡ.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ(1986) һәм атҡ. (1976) артисы. Театр эшмә­кәрҙәре союзы ағзаһы (1970). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; О.И.Пыжова һәм Б.В.Бибиков курсы) Салауат башҡорт драма театры, 1965—95 йй. Сибай башҡорт драма театры актрисаһы.

Киң ижади диапазонлы актриса. Төп ролдәре: Комола [“Ганга ҡыҙы”, Р.Тагорҙың “Һәләкәт” (“Крушение”) романы б‑са А.Гинзбург спектакле; дебют, 1959], Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙыңш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов спектакле), Алмаҡай (“Аҡҡош йыры”, Б.Бикбай), Ҡәмәр (“Ҡыр ҡаҙҙары”, Р.Ә.Сафин). Ә. тарафынан көслө рухлы ҡатын‑ҡыҙ образдары ижад ителгән: Рәйсә (Н.Асанбаевтыңш. уҡ исемле драмаһы), Зәйнәп (“Әсәйемдең сал сәстәре”), Бибисара (“Әсәләр көтәләр улдарын”; икеһе лә — Ә.М.Мирзаһитов), Нюра (“Туй көнө”, В.С.Розов) һ.б. Ханзада (“Бай һәм хеҙмәтсе”, Х.Н.Хәмзә), Октябрина (“Аты барҙың дәрте бар”, Н.Ғәйетбай) ролдәре киҫкен сатира м‑н айырылып тора.

Әҙәб.: С а б и т о в М.А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова