ШӘБАҒЫШ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Шәбағыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 310; 1989 — 415; 2002 — 530; 2010 — 581 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1928 й. Стәрлетамаҡ кантонында нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов