ӘҘЕЛ БИҒӘШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың баш атаманы. Рус хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, капрал. Себер даруғаһы муллаһы. 1773 й. көҙөндә ихтилалға ҡушыла. 1773 й. дек. Әбделйәлил Ырыҫҡолов һәм Бәхтейәр Ҡанҡаев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядтарын ойоштора. Себер даруғаһында Салауат Юлаевҡа ҡушыла. Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа, Көңгөр янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. ғин. Салауат Юлаевтың поход канцелярияһында “ғәскәр башлығы һәм тәржемәсе”. Йәй Ә.Б. отряды Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша. Арыҫлан Ранғолов һәм Бүләк Яҡупов м‑н бергә Бөрө һәм Әңгәсәк з‑ды араһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, башҡорт, мишәр һәм урыҫ ауылдарында баш күтәреүселәр сафына кешеләр йыя. Сент. Салауат Юлаев ғәскәре составында И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин