ШЫРШЫ (Picea), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Төрлө мәғлүмәттәр б‑са 35‑тән алып 50‑гә ти­клем төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер Ш. үҫә. 250— 500 йәшкә еткән күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры конус һымаҡ, олоно төҙ, бейеклеге 30—35 м, диам. 1 м тиклем. Ылыҫы ҡаты, сәнскеле, 4 ҡырлы, 7—8 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡтар (микростробилдар) яңғыҙ, ваҡ, һарғылт төҫтә; сатырҙың урта өлөшөндә барлыҡҡа килә. Һеркәһе майҙа өлгөрә. Инә тубырсыҡтарҙың (мегастробилдар) оҙонлоғо 4—8 см, киңлеге 3 см тиклем, йәш тубырсыҡтар аҡһыл йәшел йәки ҡарағусҡыл ҡыҙыл, өлгөргән тубырсыҡтар аҡһыл һоро йәки ҡыҙғылт һоро, һалынҡы; сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, авг.—сент. өлгөрә. Орлоҡтарының ҡалаҡ рәүешле ҡанаттары була. Дренажланған балсыҡһыл (аҡ шыршы, йүкә һ.б. м‑н бергә) һәм ҡомһыу (ҡарағай, ҡарағас м‑н бергә) тупраҡтарҙа үҫә. Күбеһенсә Ағиҙел й. түбәнге ағымындағы тигеҙ уң яр буйында, Өфө яйлаһында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә таралған, иң бейек тауҙарҙа ваҡ тубырсыҡлы һәм ҡыҫ­ҡа ылыҫлы түшәлеүсән формаһы үҫә. Төҙөлөштә, ағас әйберҙәр, целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереүҙә, халыҡ музыка ҡоралдары яһауҙа, йәшелләндереүҙә ҡулланыла. Ш. ылыҫы составында С витамины, эфир майҙары, ҡабығында дуплау матдәләре бар. Ылыҫ оно малсылыҡта мал аҙығы өҫтәмәһе сифатында файҙаланыла. Культурала европа Ш. һәм Төньяҡ Аме­риканан килтерелгән сәнскәкле Ш. “зәңгәр” формалары үҫтерелә.

Әҙәб.: Попов Г.В. Леса Башкирии. (Их прошлое, настоящее и будущее). Уфа, 1980; Путенихин В.П., Шигапов З.Х., Фарукшина Г.Г. Ель сибирская на Южном Урале и в Башкирском Предуралье (популяционно‑генетическая структура). М., 2005.

Н.А.Мартьянов

Тәрж. Г.А.Миһранова