ӘДҮТОВТАР, кантон башлыҡтары. Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь өлк. Барҙы р‑ны) башҡорттары. Мөхәмәҙи Ә. (1754—?) билдәле, 1820 й. тиклем 1‑се башҡорт кан­тоны башлығы була. Уның улдары: Баһауетдин Ә., зауряд‑яҫауыл, 1820—31 йй.1‑се башҡорт кантоны башлығы,2 йыл Иркутск губ. дистанция башлығы булып хеҙмәт итә,2 тирмән хужаһы, 1831 й. император Николай I аудиенцияһында була; Камалетдин Ә., зауряд‑яҫауыл, 1831— 41 йй. 1‑се башҡорт кантоны башлығы; Низаметдин Ә., зауряд‑хорунжий, 1850 й. алып 1‑се башҡорт кантоны башлығы, 5 тирмән хужаһы.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков