“БАШКИРАВТОДОР”, ААЙ. БР автомобиль юлдарын төҙөү, йүнәтеү һәм ҡарау м-н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составындағы филиалдар: 55 юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, “Ремстройдормаш” з‑ды. 2010 й. 4500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Дөйөм файҙаланыуҙағы 24,5 мең км, ш. иҫ. ҡаты япмалы 21,4 мең км, юлды хеҙмәтләндерә.

1965 й. “Башдорстрой” тресы булараҡ нигеҙ һалына. 1972 й. алып Башҡ‑н автомобиль юлдарын төҙөү һәм файҙаланыу производство идаралығы, 1987 й. — хәҙ. исемде йөрөткән Башҡ‑н проект ремонт-төҙөлөш берекмәһе, 1999 й. — ДУП, 2010 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие тарафынан Белорет—Магнитогорск, Өфө—Инйәр—Белорет, Асҡар—Сермән һ.б. автомобиль юлдары төҙөлә. “Б.” Нефтехимия эшкәртеү институты м‑н берлектә юл төҙөү өсөн окисланмаусы битумдар технологияһын эшләй һәм уны “Уфанефтехим” пр‑тиеһында етештереүҙе ойоштора.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика