ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы (15.8.1932, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а.— 24.12.2008, Яр Саллы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1973). 1951—92 йй. Чита өлк., Силәбе, Өфө, Яр Саллы ҡҡ. төҙөлөш һәм монтаж ойошмаларында, 1985—87 йй. Вьетнамда эшләй. Павловка ГЭС‑ын, Кама автомобиль з‑дын (ТАССР) һ.б. төҙөү­ҙә ҡатнашҡан. Ленин (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев