ШЫМАМОРОНДАР (Eptesicus), ярғанаттар отрядының шымаморондар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 17 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 2 төрө осрай. Төн Ш. кәүҙә оҙонлоғо 6,4— 7,5 см, ауырлығы 15—30 г, ҡанаттары киң, ҡанат йәйеме 32—38 см. Мороно ҡуңыр йәки ал төҫтә, башы һәм арҡаһы ҡараһыу көрән, ҡорһағы — көрәнһыу һоронан алып аҡҡа тиклем. Башының йөн м‑н ҡапланмаған өлөштәре һәм осоу яры­лары ҡара. Ҡолағы киң һәм оҙон, бер аҙ бөгөлгән ҡолаҡ сөйө бар. Ҡара Ш. кәүҙә оҙонлоғо 5—6 см, ауырлығы 8—14 г, ҡанаттары тар, осло, ҡанат йәйеме 24—28 см. Кәүҙәһенең өҫкө яғы ике төҫлө, ҡуңыр йәки көрән фонда айырым йөндәренең металл‑алтын һымаҡ остары айырылып тора, ҡорһағы һарғылт йәки балауыҙ һары‑һоро. Ҡолағы тар, осло, артта бейек булмаған ҡабарынҡы ҡолаҡ сөйө бар. Ш. ҡойроғо, ғәҙәттә, ҡыҫҡа, бот араһы ярыһынан сығып тора. Полигамдар. Быуаҙлығы 2—3 ай дауам итә. Йылына 1 тапҡыр 1—2 бала тыуҙыра. Эңер һәм төн хайуандары. Ҡаралтыларҙа, ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында йәшәй. Башлыса осоп барғанда тотҡан бөжәктәр м‑н туҡлана. Күбеһенсә Башҡортостандың Урал ал­дында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә осрай. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова