ШЫМА ҠУРАЙ (Angelica), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 80) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: дарыулы Ш.ҡ., йәки айыу көпшәһе, урман Ш.ҡ., һаҙ Ш.ҡ. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, йыуан, ҡыуыш эсле, бейеклеге 50—250 см. Япраҡтары ҡыйғас, еңсә формаһында, сиратлы. Сәскәләре аҡ, йәшкелт һары төҫтә. Сәскәлектәре — ҡатмарлы сатырҙар. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — эллипсҡа оҡшаш һалынҡы емешлек, июль—авг. өлгөрә. Йылға туғайҙарында, һаҙлыҡтарҙа, урман ситтәрендә, һыубаҫар болондарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Ш.ҡ. составында кума­риндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Дарыулы Ш.ҡ. — баллы, дарыу, мал аҙығы үҫемлеге.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова