ӘҒЛИ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Шишмә р‑нында урынлашҡан. Складтары, иген ырҙындары һ.б. бар. 2009 й. 80 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 6277 га,ш.иҫ.һөрөнтө ерҙәр — 4437 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 34, картуф — 325, йәшелсә культуралары — 491. Етештереү (т): иген — 865,2, картуф — 14000, йәшелсә — 5800. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1992 й. “Родина” к‑зынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә ойошторола. 2002 й. алып “Ә.” картуф үҫтереүҙең голланд технологияһы ҡулланыла, колорадо картуф ҡуңыҙына бирешмәүсе сорт­тар үҫтерелә.

Тәрж. Г.А.Миһранова