ӘҒЗӘМОВ Фәрит Әкрәм улы (28.11. 1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. фән эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1993 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1999—2010 йй. нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау, әүҙем коррозиялаусы мөхиттәрҙә скважиналар нығытмаларының файҙаланыу ваҡытын арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан т‑раға һәм коррозияға сыҙамлы тампонаж материалдар уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, Ҡаҙағстан һәм Никарагуа Респ.ятҡылыҡтарында скважиналарҙы нығытыу өсөн ҡул­ланыла. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы. РФ Тәбиғи фәндәр акад. Урал тау пр. лауреаты (1997).

Х е ҙ м.: Долговечность тампонажного камня в коррозионно‑активных средах. СПб., 2005 (авторҙ.); Технология бурения нефтяных и газовых скважин. 3‑е изд., испр. и доп. М., 2007 (авторҙ.); Химия тампонажных и промывочных растворов. СПб., 2011 (авторҙ.).

Р.Ә.Исмаҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов