“БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”, Башҡортостан дәүләт ижади‑производство идаралығы, БР‑ҙың кино селтәре м‑н етәкселек итә, уны техника м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашыра, халыҡҡа кино күрһәтеүҙе ойоштора, кинофильмдар, видеокассеталар һатып алыу һәм прокатҡа сығарыу, киновидеофильмдарҙы теркәү, киновидео- эшмәкәрлекте лицензиялау м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында: “Родина” к/ т, Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а., Мәләүез, Нефтекама ҡҡ. филиалдары. 1050 кино ҡоролмаһы бар, ш. иҫ. 51 ҡала һәм 999 ауыл кино ҡоролмаһы. Фондтарҙа 20 меңдән ашыу нәфис һәм 14 мең документаль фильм күсермәһе иҫәпләнә. 1919 й. Өфө губерна башҡарма ком‑ты эргәһендәге фотокиносекция булараҡ ойошторола, 1922 й. Башҡ‑н мәғариф ХК эргәһендәге фотокинобүлек итеп үҙгәртелә. 1924 й. Өфөлә “Совкино” Урта Волга бүлексәһе вәкиллеге асыла; уның м‑н 1926 й. фотокинобүлек фильмдарҙы прокатҡа сығарыу функцияһын уның ҡарамағына тапшырыу т‑да килешеү төҙөй. 1934 й. вәкиллек “Росснабфильм” тресының өлкә бүлексәһе, 1940 й. башынан алып “Союзкинопрокат”тың Башҡ‑н бүлексәһе, 1940 й. аҙ. — “Главкинопрокат”тың Башконтораһы, 1949 й. алып Кинофильмдарҙы прокатҡа сығарыу б‑са Башконтора тип атала башлай, 1988 й. БАССР‑ҙың Кинофикация б‑са дәүләт комитеты м‑н берләштерелә һәм БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге Респ. производство киновидеоберекмәһе, 1991 й. башлап БАССР‑ҙың Дәүләт ижади‑производство киноберекмәһе, 1992 й. — БР МК эргәһендәге Дәүләт ижади‑производство кинопрокат идаралығы, 2001 й. “Б.” Башҡ‑н дәүләт ижади‑производство идаралығы тип атала башлай. 2009 й. “Башҡортостан” киностудияһына фильмдар прокаты бүлеге булараҡ ҡушыла.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика