ӘҒЗӘМИ (Әғзәмов) Эдуард Лотфи улы (5.11.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Арғымаҡ а.), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Журналистар союзы (1991), Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Ҡыҙыл таң” гәз. эшләй, 1965— 2008 йй. БР‑ҙың Нефтекама ҡ. һәм төньяҡ‑көнбайыш райондары б‑са үҙ хәбәрсе. “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” исемле тәүге китабы 1989 й. сыға. Ижадына тирә‑яҡ мөхиткә битараф булмаған, үҙ бәхетен көткән геройҙарҙы эҙләү хас. “Осрашыу” (1993), “Тормош — ҡуласа” (1997; икеһе лә — татар телендә) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында автор конкрет кешеләрҙең

яҙмыштары аша хәҙ. йәмғиәттең ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы яңырыу процесын күрһәтә. Ғ. Соҡорой ис. пр. лауреаты (1999).

Ә ҫ ә р ҙ.: Ожмах почмагы. Уфа, 2004.

Р.Ф.Байбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов