ШЫЙЫҠ КРИСТАЛЛЫ ПРИБОРҘАР, шыйыҡ кристалдар нигеҙендә эшләнгән электрон приборҙар. Һанлы, хәреф­һанлы (сегментлы, пакетлы һәм матрица‑нөктәле) һәм мнемоник Ш.к.п. айырыла. Улар шыйыҡ кристалдарҙың тышҡы тәьҫирҙәр йоғонтоһонда оптик күрһәткестәрҙе (йотолоу, сағылыу, сәселеү коэф., һыныу күрһәткесе, мөйөшләтә бүлеү һ.б.) үҙ­гәртеүенә нигеҙләнеп эшләй. Мәғлүмәтте сағылдырыу (дисплейҙар, электрон сәғәттәр һ.б.), сифатты контролдә тотоу (микро­схемалар, иретеп йәбештерелгән йөйҙәр һ.б.), ҡан тамыры һәм шешеү ауырыуҙарын диагностикалау һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Ш.к.п. уйлап табыу шыйыҡ кристалдарҙың өҫкө йөҙҙә полярлашыу эффектын файҙаланыуға нигеҙләнгән. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында (А.Н.Лачинов, О.А.Скалдин, А.П.Чувыров) үткәргестәрҙең, ярымүткәргестәрҙең һәм диэлектриктарҙың зона структураһын өйрәнеү өсөн модуляцион оптик спектроскопия ысулдары уйлап табылған; ҡушылмаларҙың, электр һәм магнит йәһәтенән актив үҙәктәрҙең төрлө матдәләрҙең, ш. иҫ. минералдарҙың, өҫкө йөҙөндә бүленеүен визуализациялау өсөн пьезоэлектрик үҙгәрткестәр, шыйыҡ кристаллы дефектоскоптар эшләнгән (ҡара: Дефектоскопия).

Әҙәб.: Л е б е д е в Ю.А., Ч у в ы р о в А.Н. Химия, физика и механика карбонизированных жидких кристаллов. Уфа, 2006; Г у с е в В.Г., Г у с е в Ю.М. Электроника и микропроцессорная техника. 5‑е изд., стереотип. М., 2008; Г у с е в В.Г., М и р и н а Т.В., М и р и н Н.В. Оптические и оптоэлектронные устройства для биологии и медицины (в вопросах и ответах). Уфа, 2009.

В.Г.Гусев, А.Н.Чувыров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов