ШҮРӘЛЕ, башҡорт мифологияһында яуыз зат. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Оҙон бармаҡлы һәм осло баҡыр тырнаҡлы, мөгөҙө булған кеше йәки һары сәсле, һәлберәп торған түшле һәм үксәһе алға ҡараған ҡатын‑ҡыҙ сүрәтендә, ҡайһы ваҡыт бү­рәнә, ағас рәүешендә күренә. Шырлыҡтарҙа, тауҙарҙа, йылға ярҙарында йәшәй. Ш. йыш ҡысҡыра һәм кешеләрҙе үсекләй; юлдан яҙҙыра, шырлыҡтарға индереп, үлтергәнсе ҡытыҡларға мөмкин; урманда ҡараусыһыҙ ҡалған бәпестәрҙе урлай. Төнгө көтөүҙә булған аттарҙа йөрөргә ярата. Ш. тотор өсөн аттың арҡаһына ыҫмала буяйҙар. Һыуҙан ҡурҡа, шуға ла Ш. йылғаны аша сығып ҡотолорға мөмкин (әгәр ул кисеү ҡайҙа тип һораһа, йылғаның аҫҡы ағышына табан күрһәтергә кәрәк); унан ҡултыҡ аҫтындағы тишегенән йөрәген, үпкәһен һурып алып йәки бармаҡтарын ҡыҫтырып ҡотолоп була. Һунар м‑н шөғөлләнә, ғаиләһе була, уның ҡатындары һәм ҡыҙҙары бик матур. Ҡайһы берҙә кеше Ш. м‑н никахҡа инә, уларҙан ара­лар барлыҡҡа килә (“Шүрәлеләр нәҫеле” легендаһы). Ш. хас сифаттар албаҫтыла, бисурала, бәрейҙә, ярымтыҡта бар. Күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980; Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

З.Ғ.Әминев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов