ШҮЛКӘ, К о м м у н а р, Баймаҡ р‑нындағы утар, 1‑се Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Сибай т. юл ст. Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Шүлкә й. (Ялан Йылайыры й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 200 ке­ше; 1920 — 191; 1939 — 87; 1959 — 228; 1989 — 248; 2002 — 235; 2010 — 181 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Утарға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ғәҙелбай утары, 1‑се Этҡол, Иҫке Кинйәбулат (хәҙ. Буранбай а.), Таулыҡай, Сыңғыҙ аа. кешеләре Шүлкәтамаҡ утары булараҡ нигеҙ һала. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов