“БАШКЕЛМЕ”, елем, аяҡ кейеме, текстиль әйберҙәр етештереү пр‑тиеһы. 1989 й. Мәләүез ҡ. нигеҙ һалына, 1995 й. файҙаланыуға тапшырыла, 2010 й. ябыла. Составына елем (1994 й. нигеҙләнгән), тәжрибә үткәреү (1995), аяҡ кейеме һәм текстиль әйберҙәр (1999) етештереү цехтары ингән. 2003 й. 600‑гә яҡын кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, Молдавияға сығарылған; елем РФ‑тың һәм Белоруссияның аяҡ кейеме ф‑каларына (60‑тан ашыу пр‑тие) ебәрелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика