ШҮЛГӘНТАШ ҠУРСАУЛЫҒЫ.
1986 й. киң япраҡлы Европа урмандары зонаһының тәбиғәт һәм ландшафт комплексын һаҡлап алып ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Башҡорт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы нигеҙендә ойошторола. Бөрйән р‑ны сиктәрендәге Ағиҙел һәм Нөгөш йй. араһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта “Алтын Солоҡ” заказнигы, көньяҡта Башҡортостан милли паркы м‑н сиктәш. Майҙаны — 22,5 мең га, терр‑яһының яҡынса 92%‑ын урман ҡаплаған. Ш.ҡ. сиктәрендә Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Шүлгәнташ бар. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Ҡатнаш мезофиль йүкә‑саған һәм имән‑йүкә‑саған урмандары, төрлө үләнле болондар (себер тарбағайы, төньяҡ айыутабаны, урман иренсәскәһе, яҫы япраҡлы ҡыңғырау сәскә һ.б.) өҫтөнлөк итә. Һырттарҙың (бейеклеге 608 м тиклем) битләүҙәрендә кәкре имән урмандары һәм төрлө үләнле болондар (альп ҡымыҙлығы, тау клеверы, төрткөлө һары мәтрүш, ябай мәтрүш һ.б.) күҙәтелә. Флораһында 177‑нән ашыу цианобактериялар һәм ылымыҡтар, 151 — бәшмәктәр, 176 — лишайниктар, 218 — мүк һымаҡтар, 849 ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәр төрө иҫәпләнә. Үҫемлектәрҙең 120 һирәк төрө, ш. иҫ. эндемиктар (Гельм минуарцияһы, Клер астрагалы, Литвинов торна борсағы, урал ҡамсат сәскәһе, урал цицербитаһы һ.б.) һәм реликттар (бойҙан, кортуза кәзә һаҡалы, ҡыя һуған, себер зигаденусы, хуш еҫле бөрмәкәй һ.б.), табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 58 һирәк төрө (Биберштейн тюльпаны, Бурнет лептогиумы, ҡылсыҡлы аҡтамыр, мекленбург тиммияһы, оҙонмөгөҙ кәкүк әшәлсәһе, таплы кәкүк ситеге, үпкә лобарияһы, яр ринхостегиумы, ярым ай тәлгәшле абаға һ.б.), шуларҙың 16‑һы (ҡыҙыл ойошһеркә, рус сыбар сәскәһе, һылыу ҡылған, шырттөклө еҙ­үлән һ.б.) РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Фаунаһында 300‑ҙән ашыу умыртҡалылар, ш. иҫ. 30 — балыҡтар,5— ер-һыу хайуандары,6— һөйрәлеүселәр, 208 — ҡоштар, 62 имеҙеүселәр төрө бар; башҡорт бал ҡортоноң урындағы популяцияһы һаҡланған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 69 һирәк төрө (баҡса ҡомағы, ҡама, марал, мөншөгөр, осар тейен, суфый сиңерткә һ.б.), шуларҙың 30‑ы (аполлон, мнемозина, ҡыҙыл балыҡ, шаршы күкене, бөркөт, бәләкәй аҡҡош, диңгеҙ бөркөтө, ҡара ҡауҙы, өкө һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. Терр‑яһын тәүге тапҡыр 18 б. 70‑се йй. И.И.Лепёхин һәм П.И.Рычков тасуирлай. Археологик тикшеренеүҙәр А.В.Рюмин тарафынан Шүлгәнташта боронғо кеше төшөргән һүрәттәр табылғандан һуң башлана. Флораһын (Э.З.Байышева, С.Е.Журавлёва, В.Б.Мартыненко, Н.М.Сәйфуллина, А.А.Филинов, Е.В.Чечёткин һ.б.) һәм фаунаһын (И.В.Бакалова, Н.М.Гордиюк, С.В.Кириков, И.А.Лоскутова, С.Н.Снегирёвский, А.А.Ткаченко һ.б.) өйрәнеү алып барыла.

Э.П.Позднякова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов