ШҮЛГӘНТАШ, яңы палеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Б.э.т. 16—14 бб. ҡарай. Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында Шүлгәнташ мәмерйәһендә урынлашҡан. 1959 й. А.В.Рюмин асҡан, 1961—78 йй. О.Н.Бадер, 1982—91 йй. В.Е.Щелинский, 2004—05 йй. Т.И.Щербакова, Ю.С.Ляхницкий, А.К.Солодейников, 2008 й. Ляхницкий, 1996—2010 йй. В.Г.Котов тарафынан тикшерелгән. Мәмерйәләге ғибәҙәтхана. Мәмерйәнең өҫкө (Рәсемдәр залы) һәм урта (Көмбәҙ, Тамғалар, Хаос залдары) ярустарында контурҙар йәки буялған силуэттар рәүешендәге 200‑гә яҡын ҡаяға төшөрөлгән һүрәт (башлыса ҡыҙыл охра м‑н эшләнгән) табылған. Рәсемдәр залының көнсығыш стенаһында өс төркөм һүрәт (башлыса мамонт­тар) айырыла. Мамонт, мөгөҙморон, ат (уртала), ш. уҡ трапецияға оҡшаш фигуралар төшөрөлгән рәсемдәр төркөмө, кешенең мамонт м‑н көрәшеү күренеше айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Көнбайыш стенала мамонт, үгеҙ, кешегә оҡшаш фигуралар, ш. уҡ 2 ат (ҡара пигмент м‑н төшөрөлгән) һүрәте табылған. Урта ярус залдарында тура мөйөш йәки өҫкө һыҙығы фигура сиктәренә сығып аҫҡа табан бөгөлгән трапеция, ҡыя рәшәткә, һыҙыҡ, түңәрәк, өсмөйөш эсендә өсмөйөш, баҫҡыс, өс теш һ.б. рәүешендәге геом. фигуралар өҫтөнлөк итә. Тамғалар залында ҡыр үгеҙе‑бизон; Хаос залында — аттар, дөйә, кешегә оҡшаш заттар; Көмбәҙ залында хайуанға оҡшаш һүрәттәр табылған.

Тамғалар залында тора урынлашҡан, унда 193 таш әйбер, ш. иҫ. саҡматаш, эзбизташ, ҡомташ, кварцит, тау гәлсәре ярсыҡтары һәм китектәре; ҡырғыстар, бысаҡ, осло ҡоралдар, чоппинг, саҡматаш һәм Урал аръяғы йәшмәһе пластиналары; йәшел серпентинит һәм Каспий эргәһе ҡабырсағынан муйынсаҡ бөртөктәре, мамонттың һуғар тешенән һәм һәүерташтан пластинаға оҡшаш сулпылар, яндырылған балсыҡ тәрилкә (май шәме тип фараз ителә), охра киҫәктәре, хайуан (ҡуян, төлкө, тояҡлы лемминг, мәмерйә айыуы) һөйәктәре табылған; усаҡ эҙҙәре теркәлгән. Шулай уҡ охра м‑н төшөрөлгән һүрәте булған ҙур эзбизташ киҫәге табылған. Көмбәҙ залында күп ҡатлы тора асылған. Палеолиттың түбәнге ҡатламында 600‑гә яҡын таш әйбер (эзбизташ һәм кальцит ярсыҡтары һәм киҫәктәре), һөйәк энәләр, охра киҫәктәре, марал тешенән сул­пы, хайуан һөйәктәре һ.б.; өҫкө ҡатламда металл осорона ҡараған ҡәбер табылған.

Ҡомартҡы таш быуат осоронда Көньяҡ Урал халҡының анимизм, тотемизм, инициация йолалары м‑н бәйле үҫешкән дини ҡараштар системаһы булғанын раҫлай.

Әҙәб.: Щелинский В.Е. Настенное искусство верхнепалеолитического святилища в пещере Шульган‑Таш (Каповой) на Южном Урале: композиция “Лошади и знаки” в зале Хаоса //Проблемы первобытной культуры. Уфа, 2001; История башкирского народа. В 7 т. Т.1. М., 2009.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков