ШҮЛГӘН, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Шүлгән тауының көньяҡ итәгенән башлана. Бөрйән р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Түбәнге ағымында 3 км ер аҫтынан, үҙе барлыҡҡа килтергән Шүлгәнташтың аҫҡы ярусы буйлап үтә, мәмерйәнең ауыҙы янында ер өҫтөнә сыға һәм 150—170 м аҡҡандан һуң Ағиҙел й. (тамағынан 1041 км алыҫлыҡта) ҡоя. Даими аҡмаһы булған йырҙаһының оҙонлоғо — яҡынса 8 км. Йылға үҙәнендәге карслы соҡорҙарҙа Йылҡысыҡҡан, Ығышма һ.б. күлдәр ята. Йылға Шүлгәнташ ҡурсаулығы сиктәрендә аға.

Тәрж. А.Н.Күсеев