ШҮДЕК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 351 кеше; 1920 — 441; 1939 — 409; 1959 — 474; 1989 — 495; 2002 — 486; 2010 — 525 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар нигеҙ һала, 1683 й. алып билдәле. Шулай уҡ Шүдик, Шүдәк булараҡ теркәлгән. 1795 й. 281 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 55 йортта – 340 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете булған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов