ШУТКО Александр Степанович (18.7. 1890, Харьков губ. Люботино а. — 25.2.1972, Өфө), агроном, селекционер. А.х. ф. д‑ры (1950), проф. (1950). Воронеж уҡытыусылар ин‑тын (1917), Воронеж а.х. ин‑тын (1923) тамамлаған. 1936—59 йй. БАХИ‑ла эшләй: селекция һәм орлоҡсолоҡ каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1937 й. тиклем агрономия ф‑ты деканы, 1937— 38 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге техник культураларҙың яңы сорттары селекцияһына һәм орлоҡсолоғона, уларҙы үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. Ш. тарафынан перилланың Украин­ская №30, касторка үләненең Ша‑де, Прекокс‑БашСХИ, шәкәр сөгөлдөрөнөң Башкирская‑III‑СХИ сорттары сығарылған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1954).

Х е ҙ м.: Экстерьерно‑морфологические признаки сахарной свёклы //Записки Воронежского сельскохозяйственного института. Воронеж, 1926. Т.5; Агротехника масличных культур. Киев, 1937; Клещевина в Башкирии. Уфа, 1946.

Тәрж. А.Н.Күсеев