БАШКЕЙЕМ, кәләпүш, башҡорт кейемендә башлыҡтан һәм уның артҡы өлөшөнә тегеп ҡуйылыусы биҙәүле арҡалыҡтан торған ярымшар рәүешендәге бейек түбәле ҡатын‑ҡыҙ баш кейеме. Арҡалығын һәм түбәһен буҫтау йәки кейеҙҙән теккәндәр, киндер эслек ҡуйғандар, ҡыҙыл төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыма м‑н тышлағандар. Б. тышы тотошлай металл айылдар, тәңкәләр, мәрйендәр, түбәһе маңлай тапҡырында һәм сите буйлап мәрйенле селтәр йәки суҡ, эргә яҡтары мәрйендәр һәм йомро аҡыҡ төймәләр, түбәһенең урта өлөшө мәрйендәр һәм металл “көмбәҙсек” м‑н биҙәлгән. Байрам һәм йола баш кейеме һаналған. 19 б. уртаһына тиклем Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк Башҡортостанда ҡулланылған. Быға оҡшаш баш кейемдәре ҡайһы бер төрки һәм фин-уғыр халыҡтары кейемендә таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика