“ШУРА”, әҙәби‑нәфис һәм фәнни‑публицистик журнал. Нәшер итеүселәре: Мөхәмәтшакир М. һәм Мөхәмәтзакир М. Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). 1908 й. ғин. алып 1918 й. ғин. тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Ваҡыт” гәз. типографияһында баҫыла. Журнал биттәрендә Урал‑Волга буйы мосолмандарының ижт.‑сәйәси, иҡт., соц. тормошо, уларҙың дини, мәҙәни һәм ғилми эшмәкәрлеге, көнсығыш һәм Европа мәҙәниәтенең, әҙәбиәттең, фән һәм техниканың ҡаҙаныштары яҡтыртыла. Медицина, музыка, тарих, философия, фольклор, этнография, тел ғилеме б‑са материалдар, художестволы әҫәрҙәр һ.б. баҫыла. Журналда Ш.Бабич, М.А.Буранғолов, Ә.Ә.Вәлидов, М.Ғафури, Я.Ғ.Йо­маев, Ф.К.Туйкин һ.б. әҫәрҙәре нәшер ителә. Рубрикалары: “Мәшһүр әҙәмдәр вә олуғ хәдистәр”, “Мәҡәләләр”, “Тәртип вә тәғлим”, “Кәшифәт вә ихтирахәт”, “Тәҡрид вә интиҡад”, “Идараға мәктүптәр” һ.б. Мөхәррире – Р.Ф.Фәхретдинов.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов