ШУМКОВА Марта Даниловна (5.3. 1928, Житомир ҡ. — 1.2.2003, Өфө), бейеүсе. 1946 й. алып Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1966—68 йй. Башҡорт филармонияһының балет артисы. Үҙенсәлекле пластикаға, сәхнә темпераментына эйә булған. Бейеүҙәре теүәл башҡарыу, позаларҙың аныҡлығы, етеҙ өйрөлөүҙәр м‑н айырылып торған. “Аҡлан” (“Полянка”), “Гопак”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Молдавеняска”, “Урыҫ полькаһы” (“Русская полька”; дуэт) һ.б. бейеүҙәрҙә ҡатнашҡан. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙнаһында (1961; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнашыусы. СССР, Бирма, Вьет­нам, Ҡытай, Һиндостан буйлап гастролдәрҙә булған. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшкән.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова