ШУМИЛОВА Марина Владимировна (5.2.1954, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1977 й. алып Өфө авиациятехникумында уҡыта,1987й.— Интернациональ дуҫлыҡ музейы (Өфө) директоры.1995—2013йй. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында: мәғлүмәт хеҙмәтенең киң мәғлүмәт сараларын анализлау төркөмө етәксеһе, 2003 й. башлап бүлек мөдире. Респ. ижт.‑сәйәси тормошо, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эше һ.б. т‑да мәҡәләләр, ш. уҡ Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған хеҙмәттәр циклы авто­ры. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов