ШУМЕЙКО Григорий Григорьевич (12.12.1923, Стәрлетамаҡ ҡ. — 1.5. 1977, Киев), танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1944), В.М.Молотов ис. Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен (1945), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1966) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армия­һында. 1942 й. нояб. башлап Дон һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһының 9‑сы гвардия танк корпусы 50‑се гвардия танк бригадаһының взвод ком. гвардия лейтенанты Ш. 1945 й. 18 ғин. Плоцк ҡ. (Польша) тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1966 й. алып Киев юғары танк‑техник уч‑щеһында каф. һәм ф‑т начальнигы. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 2 Ҡыҙыл Йондоҙ, 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡо­раллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән. Краснодар крайы Кубань ҡасабаһында Ш. исеме бирелгән 22‑се мәктәп терр‑яһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин