ШУЛЬЦ Эльвира Эдуардовна (30.1. 1953, Макинск ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) “Башпромбелок” ПБ‑нда эшләй (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.). 1979 й. алып Органик химия ин‑тында (1988 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р), 1995 й. – РФА Себер бүлексәһенең Н.Н.Ворожцов ис. Новосибирск органик химия ин‑тында: төп ғилми хеҙм‑р, 2004 й. башлап лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре полифункциональ берләшмәләр – юғары ди‑һәм тритерпе­ноидтар (ҡара: Терпендар), фенол берләшмәләре, дитерпен, пиридин һәм изохинолин алкалоидтары синтетик трансформация­һына; үҫемлек сеймалы нигеҙендә антиВИЧ, шешеүгә һәм сей яраға ҡаршы агенттар, опиоид анальгетиктарын синтезлауға; үҙәк нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау өсөн препараттар булдырыуға арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 62 уй­лап табыу авторы.

М.С.Мифтахов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов