ШУЛҒАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 40 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1168 кеше; 1920 — 1278; 1939 — 1282; 1959 — 1272; 1989 — 1059; 2002 — 1038; 2010 — 925 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 577 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев