БАШКАТОВ Сергей Александрович (5.4.1961, Өфө), биохимик. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2008), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Химия ин‑тында эшләй. 1991—98 йй. БДМУ‑ның ғилми‑тикшеренеү үҙәге дир., бер үк ваҡытта 1993—98 йй. лаб. мөдире, 1995 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тының лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2000 йй. — БДАУ‑ҙың дөйөм биология, 2000 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. дөйөм психология каф. мөдире, 2010 й. — уҡытыусы. Б. фәнни эшмәкәрлеге кеше организмы адаптацияһы механизмдарында күҙәнәктәр араһындағы матрикс гетерополисахаридтарының ролен өйрәнеүгә, плацентар гликозаминогликандар нигеҙендә дарыу препараттары уйлап табыуға арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гликозаминогликаны в биохимических механизмах адаптации организма к некоторым физиологическим и патологическим состояниям. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика