ШУБИН Георгий Иванович [28.8. 1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Петровка а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 4.3.1945, Данциг ҡ., Польша], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә эшселәр ҡасабаһында машинист булып эшләй. 1942 й. мартынан Ленинград һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 21‑се армияның 46‑сы уҡсылар див. 49‑сы айырым разведка ротаһы разведчигы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Ш. 1944 й. 18 июнендә Ленинград өлк. Коттерлахти а., 1944 й. 17 сент. Тарту ҡ. һәм 1945 й. 17 ғин. Цеханув ҡ. (Польша) тирәһендә бар­ған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. окт. һәм июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. Ш. исеме м‑н урам аталған, Подгорный а. уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин