ШТРИТЕР Виктор Альфредович (6.11.1898, С.‑Петербург—22.1.1971, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1941). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1923) Ленинградтың мед. учреждениела­рында эшләй. 1931 й. алып Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1934 й. башлап бүлек мөдире, 1939 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1936—38 йй. Бөтә Союз дәүләт бруцеллёз б‑са санитария инспекцияһында (икеһе лә — Мәскәү). 1957 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда: фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1966—68 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге иммуноаллергология мәсьәләләренә, инфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалауға, бактерия­лы һәм вируслы препараттарҙы эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1941 й. репрессияланған, 1957 й. аҡланған.

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина